Версия для слабовидящих Обычная версия
Изображения: Вкл Выкл Размер шрифта: A A A Цветовая схема: A A

Муниципальное учреждение

отдел образования

Администрации муниципального района

Стерлитамакский район

Республики Башкортостан

Хөрмәтле Рәшит Закир улы!

11.01.2022

Һеҙҙе тормошоғоҙҙағы күркәм ваҡиға – 85 йәшлек олпат юбилейығыҙ менән ысын йөрәктән ҡайнар ҡотлайбыҙ!

Бәрәкәтле һәм йомарт Стәрлетамаҡ ерендә тырыш, үҙ илен яратҡан, уға тоғро хеҙмәт иткән күп ижади шәхестәр тыуып үҫкән. Шуларҙың береһе Һеҙ - башҡорт әҙәбиәтенә, фольклорына, топонимикаһына ҙур өлөш индергән, фиҙаҡәр хеҙмәт һәм ижад юлы үтеп, бөтә ғүмерегеҙҙе Тыуған ил мәнфәғәтенә бағышлаған башҡорт халҡының аҫыл улы.

Данлы юбиляр өсөн ҙур бүләктәрҙең береһе – халҡының оло ихтирамын һәм һөйөүен тойоп йәшәү. Яҡташтарығыҙҙың, уҡыусыларығыҙҙың хөрмәте – һеҙҙең ҙур ижад юлындағы хеҙмәтегеҙҙе ололай, баһалай белеүе. Ә тормошоғоҙ – тотош бер дәүер, сөнки ул үҙ эсенә Тыуған илебеҙ кисергән шатлыҡлы ла, ҡатмарлы ла хәл - ваҡиғаларҙы һыйҙырған. Ниндәй генә заманалар булмаһын, ил өҫтөндә үҙ ижадығыҙға, халҡығыҙға тоғро булып лайыҡлы йәшәйһегеҙ һәм ижад итәһегеҙ, һәр саҡ йомарт, йор һүҙле, оло йөрәкле, сабыр аҡыллы, милләтебеҙҙең дәрәжәле аҡһаҡалы, күренекле шәхесе булып ҡалаһығыҙ. Башҡортостан Республикаһы һәм Стәрлетамаҡ районы халҡы һеҙҙең менән хаҡлы рәүештә ғорурлана.

Ижади уңыштарығыҙҙы, ғилми асыштарығыҙҙы, башҡорт әҙәбиәтен, мәҙәниәтен үҫтереүгә индергән хеҙмәтегеҙҙе Тыуған илебеҙ тейешле баһаланы. Был хаҡта Башҡортостандың халыҡ шағиры, Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты һәм башҡа лайыҡлы исемдәр иҫбатлай.

Рәшит Закир улы, ғүмер байрамығыҙ, күркәм юбилейығыҙ менән тәбрикләп, ҡоростай ныҡлы һаулыҡ, ғаилә именлеге, рухи сәләмәтлек, йән, күңел тыныслығы теләйбеҙ, артабан да шатлыҡлы хәбәрҙәр, бәхетле мәлдәр уҙған йылға ҡарағанда ла күберәк булһын, йөрәгегеҙ түрендә һаҡланған өмөттәрегеҙ тормошҡа ашһын. Яҡындарығыҙҙың, яҡташтарығыҙҙың рәхмәтен, йылыһын тойоп, бәхетле оҙон ғүмер итегеҙ, әлегеләй дәрт-дарманлы, тормош һөйөүсән булып ҡалығыҙ!
Юбилейығыҙ ҡотло булһын!

Башҡортостан Республикаһының Стәрлетамаҡ районы Хакимиәте башлығы Әнүәр Рауил улы Абдрафиҡов